Пост канала
- видео
Тауыҡ итенән байрам ҡойҡаһы (Заливное из курицы) Кәрәкле ризыҡтар: ‣ 1 тауыҡ (бөтөн килеш) ‣ 1 ҙур кишер ‣ 1 ҙур һуған ‣ 6-8 бүлкәт һарымһаҡ ‣ 1 ҡап (пакетик) ҡойҡа өсөн тәмләткес (желатин менән) ‣ тәменсә — борос бөртөктәре ‣ самалап тоҙ Тауыҡты өлөштәргә бүлергә, уларҙы ҙур ҡаҙанға һалырға, бөтәүләй кишер һәм һуған, борсаҡлы борос өҫтәргә һәм һалҡын һыу ҡойорға. Күбеген алып, 2 сәғәттән дә кәм булмаған ваҡыт әкрен утта ҡайнатырға. Һуңынан итте һәм йәшелсәләрҙе алырға, һурпаға ҡойҡа өсөн тәмләткес өҫтәргә һәм желатин иреп бөткәнсе ҡайнатырға. Итте (туҡымаларға) йоҡа итеп теткеләргә, ҡойҡа буласаҡ һауытҡа һалып, күп итеп ваҡ ҡына туралған һарымһаҡ өҫтәргә һәм һурпа ҡойорға. Бүлмә температураһына тиклем һыуытырға һәм өс-дүрт сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Һәм рәхәтләнеп ашарға мөмкин. Тәмле булһын 🥮
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 472
- ER
- 0,7%
- Реакции
- 11