Тәмле табын
история за 26 днейобновляется раз в 6 ч – 3 дняmax.ru/channel_tamletab Тиҙ әҙерләнә торған, тәмле аш-һыу. Ғаилә байрамдарына рецептар. Үҙебеҙ яратҡан ризыҡтар. Өйрәнәбеҙ | Бешереп ҡарайбыҙ | Ултырып ашайбыҙ
Динамика и события
Маркеры: «@» — упоминание в другом канале, «Р» — рекламный пост с erid
Последние посты
- видео
Ҙур бәлеш — традицион татар һәм башҡорт бәлеше ❤️ Башҡорттар, татарҙар — баһалағыҙ әле? Бынау егет менән бергә ҙур бәлеш әҙерләйек. Һай, оҫта-а, ҡулдары ҡамырға килешеп тора, ә! Ә нисек итеп биҙәп ултыртып ҡуйҙы! Кемдәр белмәй - өйрәнәйек! Әйткәндәй, кемегеҙ белә, был егеттең исеме нисек? Эслек: * Һыйыр ите — 800 г * картуф — 800 г * һуған — 300 г * аҡ май — 100 г * һурпа — 200 мл * тоҙ, борос — тәменсә Ҡамыр: * аҡ май — 150 г * ҡаймаҡ — 200 г * тауыҡ йомортҡаһы — 2 * тоҙ — 1 аш ҡалағы * шәкәр — 1 аш ҡалағы * он — яҡынса 500 г (ҡулға йәбешмәгән йомшаҡ һәм һығылмалы ҡамыр килеп сыҡҡансы…
Открыть в MAX- Просмотры
- 465
- ER
- 5,2%
- Реакции
- 24
- видео
Помидорҙан ҡабымлыҡ - шешлек, былау өсөн, итле ризыҡтарға шәп Ингредиенттар: 250 г помидор 1 һуған укроп - үҙегеҙ теләгәнсә Соус (заправка): Ярты балғалаҡ ҡара борос, 1 балғалаҡ базилик, 3 ҡалаҡ соя соусы, 50 г үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ лимон һуты, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ бал. Черри помидорҙарын уртаға бүлеп, банкаға шулай уҡ һуған, укроп өҫтәргә. Артабан шулай сиратлаштырып, банканы тултырырға. Борос, базилик, соя соусы, үҫемлек майы, лимон һуты, һарымһаҡты иҙергә, бал өҫтәргә, болғатырға. Банкаға соусты ҡойоп, ябыҡ ҡапҡас аҫтында бер сәғәткә ултыртып торорға. Тәмле булһын 🌿
Открыть в MAX- Просмотры
- 576
- ER
- 0,7%
- Реакции
- 4
- видео
Икмәк Кәрәкле ризыҡтар: ▫️һыу — 350 мл, ▫️ҡоро сүпрә — 1/3 балғалаҡ, ▫️шәкәр — 1 балғалаҡ, ▫️он — 540 гр., юғары сортлы он, йәки 440 гр. юғары сортлы он + 100 гр. бөтөн бөртөклө (цельнозерновая мука) он, ▫️тоҙ — 1 балғалаҡ, өҫтөнә һалырға, ▫️үҫемлек майы — 2 ҡалаҡ. Бындай икмәк әҙ сүпрәнән (дрожжи) әҙерләнә. Ҡамырҙы кистән баҫабыҙ. Һауытҡа бүлмә температураһындағы һыу ҡоябыҙ, сүпрә, шәкәр, он, тоҙ һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр баҫҡыс менән дә, ҡул менән дә эшләргә мөмкин. Үҫемлек майы ҡушып, тағы ла 10 минут самаһы баҫабыҙ. 1–2 сәғәткә ултыртып торабыҙ. Ҡамыр бер аҙ күтәрелергә тейеш. Шунан…
Открыть в MAX- Просмотры
- 565
- ER
- 1,8%
- Реакции
- 10
- фото
Икмәк - табын ҡояшы Дуҫтар, бөгөн Халыҡ-ара икмәк көнө. Ниндәй генә ризыҡтар ашап, ниндәй генә табындар ҡорһаҡ та, икмәктең төп ризыҡ икәнен онотмайыҡ. Өйҙә икмәк бар икән, барыһы ла туҡ, күңелдәр көр була, шулай бит? Өҫтәлдәрегеҙ икмәкле, күңелегеҙ тыныс, бөтөн булһын, 🤲🍞🫓🥧 Һеҙгә ябай ғына, әммә тәмле икмәк рецебын тәҡдим итәм.
Открыть в MAX- Просмотры
- 562
- ER
- 1,2%
- Реакции
- 7
- видео
Балыҡ* һәм брокколи менән киш * видеола һөмбаш (лосось) Бөгөн мин һеҙгә киштың башҡасараҡ рецебын тәҡдим итәм. Был киштың нигеҙе онло ҡамыр түгел, ә картуф. Ҡамырлы киштың рецептарын "компас" - поисковик аша, "киш" тип яҙып, каналда эҙләп табырға мөмкин. Балыҡ урынына тауыҡтың түш итен алып бешерһәгеҙ ҙә тәмле була. Хатта теләгән балыҡтың ҡылсыҡһыҙ итен алһағыҙ ҙа шәп килеп сыға - мин төрлөсә бешереп ҡараным. Киш өсөн кәрәкле аҙыҡ-түлек: 5–6 картуф, самалап тоҙ, борос, 250 г һөмбаш балығы (лосось), 150 г брокколи, 50 г сулугуни/моцарелла (йәки башҡа төрлө сыр), 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ…
Открыть в MAX- Просмотры
- 556
- ER
- 0,2%
- Реакции
- 1
- фото
Киш — француздарҙың асыҡ (йәғни өҫтө ябылмаған) пирогы. Уның тарихы Лотарингия өлкәһенә, Франция һәм Германия сигендәге төбәккә бәйле. Башта был бик ябай, экономиялы ризыҡ булған: ҡамырға ҡалған ит, ветчина йәки йәшелсә киҫәктәрен һалып, өҫтөн йомортҡа һәм һөтлө ҡатнашма (омлетҡа оҡшаш) менән ҡойғандар. Башҡорт телендә аныҡ ҡына тәржемәһе юҡ, сөнки ул беҙҙең традицион аш-һыуҙа булмаған ризыҡ. Аш-һыу тураһында яҙғанда уны «француз асыҡ пирогы» йәки «киш пирогы» тип ҡулланырға мөмкин. Киштың төп үҙенсәлектәре: Ҡамыр. Уны йышыраҡ «ваҡланған» (рубленое) йомшаҡ ҡамырҙан яһайҙар. Ул бик һыныу…
Открыть в MAX- Просмотры
- 616
- ER
- 0,3%
- Реакции
- 2
- видео
Хәйерле йома иртәһе! Бындай туҡлыҡлы иртәнге ашты интернет киңлектәрендә күптән күргәйнем һәм үҙем әҙерләп ҡарарға булдым. Йәшелсә таҙартҡыс ярҙамында картуфты йоҡа телемләп ҡырҡып сығабыҙ, йомортҡа, тоҙ, борос өҫтәп, алтынһыу ҡабырсаҡ барлыҡҡа килгәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Артабан - әйләндереп, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ, уның иреүен көтәбеҙ һәм теләгән эслекте һалабыҙ. Рулет итеп төрәбеҙ, бөтә яҡтан ҡыҙҙырып алабыҙ һәм бик тәмле, туҡлыҡлы иртәнге аш килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле булһын
Открыть в MAX- Просмотры
- 683
- ER
- 1,0%
- Реакции
- 7
- видео
Киске ашҡа нимә әҙерләйһегеҙ? Ә беҙҙең бөгөн - ҡурылған картуф һәм Туҡлыҡлы салат 150 г краб таяҡсалары, 100 г пекин кәбеҫтәһе, 2 бешкән йомортҡа, 150 г консерваланған кукуруз, самалап тоҙ, самалап ҡырғыстан үткәрелгән сыр, 2 - 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ (майонез). Аштарығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын 💝
Открыть в MAX- Просмотры
- 846
- ER
- 1,1%
- Реакции
- 9
- видео
Иртәнге ашҡа - грузин ачмаһы А́чма - ул грузин халҡының милли ризығы, сыр менән әҙерләнгән сөсө ҡамырҙан күп ҡатлы пирог. Ингредиенттар (3–4 порцияға): * Эремсек 5% — 200 г * Йомортҡа — 2 дана * Һөт 3,2% — 150 мл * Сыр — 100 г * Йоҡа лаваш — 150 г * Тоҙ, борос — тәменсә Эремсеккә йомортҡа, һөт, ҡырғыс аша үткәрелгән сыр, тоҙ, борос ҡушырға. Артабан йоҡа әрмән ләүәшен ваҡ киҫәктәргә ҡул йә бысаҡ менән бүлгеләргә. Барыһын да яҡшылап бутайбыҙ, формаға һалабыҙ һәм 30 минутҡа мейескә оҙатабыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын
Открыть в MAX- Просмотры
- 851
- ER
- 0,5%
- Реакции
- 4
- видео
Тунец (балыҡ) менән салат Пекин кәбеҫтәһе, йәшел ҡыяр, бешкән йомортҡа, консерваланған кукуруз, 1 банка консерваланған тунец балығы, ҡаймаҡ, гәрсис (горчица), тоҙ, борос. Тәмле булһын 🌿
Открыть в MAX- Просмотры
- 915
- ER
- 1,0%
- Реакции
- 9
Показано 10
Данные: публичные посты и страницы канала в MAX. Метрики версии v1, срез 17.10.2026. Как мы считаем.