Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Һурпалы аш Кемдең туңдырғысында ауыл һуғымынан ит ҡалған - шул бәхетле. Сөнки ошондай тәмле һурпалы, сағыу, ҡуйы аш бешереп ашай. Уның өсөн беҙ алабыҙ: ‣ Ит (һимеҙ һарыҡ йәки һыйыр ите) — тәменсә ‣ Һуған — 1 етәлер? ‣ Картуф — тәменсә ‣ Кишер — тәменсә ‣ Татлы болгар боросо — тәменсә ‣ Помидор — тәменсә ‣ Һарымһаҡ — тәменсә ‣ Лавр япрағы — тәменсә ‣ Тоҙ һәм ҡара борос — тәменсә Итте 1,5 - 2 сәғәт тоҙ, лавр япрағы һалып бешерәбеҙ, туртаһын йыйып торабыҙ. Ит бешкәс, һурпанан алабыҙ, һурпаны иләк аша үткәреп ҡалған туртанан ҡотолабыҙ. Итте һурпаға кире һалабыҙ, таҙартылған башлы һуған менән ҡайнатып сығарғас, янына әрселгән картуф, татлы борос, эре итеп туралған кишер һалабыҙ. Помидорҙы мин ошо һурпа 10 минуттай ҡайнағас һалам, сөнки теткеләнеп бөтә, бөтөн килеш ҡалмай 😅. Шулай уҡ ошо мәлдә иҙелгән һарымһаҡты өҫтәргә мөмкин. Табынға йәшел тәмләткестәр һибеп бирәйек. Аштарығыҙ тәмле булһын 🌿 Әгәр был хуш еҫле, туҡлыҡлы һәм ҡуйы һурпа һине йылытһа һәм төшкө өҫтәлеңдең батшаһына әүерелһә, реакцияңды ҡуй 😅 😋👇

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 191
    ER
    1,8%
    Реакции
    21