Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Йәшелсә ҡоймаҡтары - Файҙалы иртәнге аш Кәрәкле ризыҡтар: 1 бәләкәй ташҡабаҡ, 1 кишер, 2 йомортҡа, тоҙ, ҡара борос. Әҙерләү: ▫️Ташҡабаҡты эре ҡырғыстан үткәреп, артыҡ һутын һығып алырға. ▫️Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә. ▫️Ташҡабаҡҡа кишер, йомортҡа, тоҙ һәм борос ҡушып, яҡшылап болғатырға. ▫️Йәшелсә ҡатнашмаһын силиконлы пергаментҡа һалып, йоҡа ғына ҡоймаҡтар яһарға. ▫️180 градус эҫелектәге мейестә яҡынса 15 минут бешерергә. ▫️Ҡоймаҡтарға бер аҙ һыуынырға бирергә, пергаменттан ипләп кенә айырып, яратҡан эслегегеҙҙе һалырға. Аштарығыҙ тәмле булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    973
    ER
    0,5%
    Реакции
    5