Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    "Ялҡау йәймәһе" - ти торғайны өләсәйем был ризыҡты. Ялҡау булһа ла, туҡлыҡлы, тәмле була улар. Ингредиенттар: 2 сей йомортҡа, 2 бешкән йомортҡа (ваҡлап турарға), 200 г эремсек, 50 г Сулугуни йәки башҡа төрлө ҡаты сыр, 1 ус йәшел һуған (ваҡлап турарға), самалап тоҙ, ҡара борос, 60-70 г бойҙай оно (дөгө онон алырға ла мөмкин), ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы. Әҙерләнгән бөтә ризыҡты бергә ҡушып яҡшылап бутап "ҡамыр" әҙерләйбеҙ. Бәләкәй генә ҡоймаҡтар яһайбыҙ һәм ике яҡлап алтынһыу төҫкә ингәнсе майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Тәмле булһын

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 247
    ER
    0,8%
    Реакции
    10