Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Йәшелсәләр менән быҡтырылған кәтлиттәр ▫️Ит фаршы — 600 г ▫️Һуған — 2 баш ▫️Ҡара борос ▫️Тоҙ ▫️Дөгө ярмаһы — 50 г ▫️Картуф — 5-6 ▫️Кишер — 2 ▫️Кәбеҫтә — 1/2 баш ▫️Һарымһаҡ — 3-4 бүлкәт ▫️Томат пастаһы — 1 ҡалаҡ ▫️Һыу — 250 мл ▫️Үҫемлек майы (ҡыҙҙырыр өсөн) Әҙерләү: ▫️ Дөгөнө йыуып, яртылаш әҙер булғансы бешерергә. ▫️Һуғанды ваҡ итеп турап, ит фаршы һәм дөгө менән бергә бутарға. ▫️Тоҙ, ҡара борос өҫтәп, яҡшылап болғатырға һәм ваҡ ҡына кәтлиттәр эшләргә. ▫️Кәтлиттәрҙе үҫемлек майында ике яҡлап алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға. ▫️Картуфты эре киҫәктәргә, кишерҙе түңәрәктәргә турарға, кәбеҫтәне нәҙек итеп турарға, ҡалған һуғанды ваҡларға. ▫️Табала һуғанды һәм кишерҙе йомшарғансы ҡыҙҙырырға. ▫️Кәбеҫтә һәм ваҡланған һарымһаҡ һалып бутарға. ▫️Томат пастаһын һыуҙа иҙеп, йәшелсәләр өҫтөнә ҡойорға. ▫️Өҫтөнә картуфты, кәтлиттәрҙе теҙеп, ҡапҡасын ябып, талғын утта ит һәм йәшелсәләр тулыһынса әҙер булғансы яҡынса 30–35 минут быҡтырырға. Аштарығыҙ тәмле булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 455
    ER
    0,5%
    Реакции
    8