Пост канала
- видео
Ҙур бәлеш — традицион татар һәм башҡорт бәлеше ❤️ Башҡорттар, татарҙар — баһалағыҙ әле? Бынау егет менән бергә ҙур бәлеш әҙерләйек. Һай, оҫта-а, ҡулдары ҡамырға килешеп тора, ә! Ә нисек итеп биҙәп ултыртып ҡуйҙы! Кемдәр белмәй - өйрәнәйек! Әйткәндәй, кемегеҙ белә, был егеттең исеме нисек? Эслек: * Һыйыр ите — 800 г * картуф — 800 г * һуған — 300 г * аҡ май — 100 г * һурпа — 200 мл * тоҙ, борос — тәменсә Ҡамыр: * аҡ май — 150 г * ҡаймаҡ — 200 г * тауыҡ йомортҡаһы — 2 * тоҙ — 1 аш ҡалағы * шәкәр — 1 аш ҡалағы * он — яҡынса 500 г (ҡулға йәбешмәгән йомшаҡ һәм һығылмалы ҡамыр килеп сыҡҡансы өҫтәгеҙ). Аштарығыҙ тәмле булһын 🥰
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 303
- ER
- 2,6%
- Реакции
- 34