Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Балыҡ* һәм брокколи менән киш * видеола һөмбаш (лосось) Бөгөн мин һеҙгә киштың башҡасараҡ рецебын тәҡдим итәм. Был киштың нигеҙе онло ҡамыр түгел, ә картуф. Ҡамырлы киштың рецептарын "компас" - поисковик аша, "киш" тип яҙып, каналда эҙләп табырға мөмкин. Балыҡ урынына тауыҡтың түш итен алып бешерһәгеҙ ҙә тәмле була. Хатта теләгән балыҡтың ҡылсыҡһыҙ итен алһағыҙ ҙа шәп килеп сыға - мин төрлөсә бешереп ҡараным. Киш өсөн кәрәкле аҙыҡ-түлек: 5–6 картуф, самалап тоҙ, борос, 250 г һөмбаш балығы (лосось), 150 г брокколи, 50 г сулугуни/моцарелла (йәки башҡа төрлө сыр), 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 70 г ҡырғыс аша үткәрелгән сыр, шулай уҡ 1-2 семтем сыр киш өҫтөнә һибергә ҡалдырығыҙ. Әҙерләү: 1. Картуфты йомшарғансы бешерергә, форманы пергамент ҡағыҙы менән ҡапларға, картуфты һалып, стакан менән ипләп кенә баҫҡыларға, нигеҙен һәм ситтәрен формалаштырырға. Тоҙларға, боросларға. 2. Балыҡты өлөштәргә ҡырҡырға. Брокколиҙы сәскәләргә айырырға һәм ҡайнар һыуға ярты минутҡа тығып алырға. 3. Картуф өҫтөнә балыҡ, брокколи һәм моцарелла киҫәктәрен һалырға. 4. Йомортҡа, ҡаймаҡ һәм ҡырғыс аша үткәрелгән сырҙы бутап, эслекте ҡойорға, өҫтөнә сыр һибергә. 5. 180 градус ҡыҙыулыҡта, ҡыҙарғансы, яҡынса 20 минут бешерергә. Аштарығыҙ тәмле булһын 🤗 ❤️ Рецепт оҡшанымы? Дуҫтарығыҙ менән бүлешегеҙ

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 065
    ER
    0,2%
    Реакции
    2