Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Шпинатлы ҡоймаҡтар 3 йомортҡа, 280 мл һөт, 70 мл ҡайнар һыу, 1 ҡалаҡ аҡ май, 100 г юғары сортлы он, 150 г шпинат, 50 мл һыу. Эслек өсөн: руккола, балыҡ, эремсекле сыр. Бөтә ингредиенттарҙы бутап, ҡамыр туғыйбыҙ, 15–20 минутҡа ултыртып торабыҙ. Шпинатты һыу менән ҡушып, блендер аша үткәрәбеҙ, шунан һөҙгөс аша һығып, бөтә һутын алырға мөмкин (йәки бөтә массаны ла ҡушырға була, әммә һуты ғына булһа яҡшыраҡ). Ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Эслекте теләгәнсә һалырға мөмкин — татлыһын да, тоҙлоһон да. Тәмле булһын 🌿

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 270
    ER
    0,6%
    Реакции
    8