Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Ҡара емеш һәм күрәгә менән бәлеш Ҡамырға: 180 мл һөт, 7 г ҡоро сүпрә, 50 г шәкәр, 1 йомортҡа, ванилин, тоҙ, 80 г аҡ май, 400 г он кәрәк. Бәлеш өҫтөнә буяр өсөн: 1 балғалаҡ һөт, 1 йомортҡа һарыһы. Эслек өсөн: 100 г ҡара емеш, 100 г күрәгә, 5 г дәрсен (корица), 20 г аҡ май, 2 ҡалаҡ шәкәр. 🔥 Әҙерләү: 1. 160° температурала 35 минут бешерәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын! Ҡоро сүпрә, бер нисә ҡалаҡ ондо, бер балғалаҡ шәкәр менән йылы һөткә бутап ҡуябыҙ, 8 минут тирәһе тора. Сүпрәгә самалап тоҙ, ванилин, 80 грамм һыуыҡ аҡ майҙы бергә ҡушып ыуабыҙ. Ошо ҡатнашмаға шәкәр, йомортҡа, сүпрә менән һөттө һалып бутайбыҙ. Яҡшылап баҫҡас, йылы урынға бер сәғәткә ҡуябыҙ. Күтәрелгәс, ҡамырҙы дүртмөйөш итеп йәйәбеҙ, өҫтөн аҡ май менән майлайбыҙ һәм тигеҙ итеп дәрсен һибәбеҙ. Эре итеп туралған күрәгә һәм ҡара емеште һалабыҙ, рулет итеп урайбыҙ һәм уртаһын буйынан буйына ҡырҡабыҙ. Ҡамырҙың бер өлөшөн икенсеһе аша үткәреп үргәс, икенсе яғын да шулай эшләйбеҙ. Остарын бер-береһенә тоташтырабыҙ, түңәрәк венок килеп сыға. Майланған формаға һалып, яҡынса бер сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ. Ҡамыр күтәрелгәс, өҫтөнә йомортҡа һарыһы менән һөт һөртәбеҙ. Мейестә 160 градуста 30—35 минут бешерәбеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын ☕

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 384
    ER
    0,8%
    Реакции
    11