Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Йәшелсә пиццаһы Был ризыҡты сәләмәт туҡланыусылар һәм ябығыусылар ҙа юғары баһалар, моғайын. Ингредиенттар 1 порцияға: 80 г кәбеҫтә, һуған, кишер, һарымһаҡ, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ дөгө өнө йәки башҡа он, тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр, сыр, помидор. Кәбеҫтәне йоҡа итеп турайбыҙ, 3—4 минутҡа ҡайнар һыуға һалып ҡайнатып алабыҙ. Артабан һыуын һарҡытабыҙ. Кәбеҫтәгә ҡыҙҙырылған һуған менән кишер, иҙелгән һарымһаҡ, ике йомортҡа, дөгө оно ҡушабыҙ. Самалап тоҙ һибеп яҡшылап бутайбыҙ. Йәшел тәмләткес үләндәр ҡушып, тағы ла болғатабыҙ ҙа, үҫемлек майы һөртөлгән табаға һалабыҙ. Тигеҙләп, ябыҡ ҡапҡас аҫтында ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ. Икенсе яғын да әйләндереп ҡыҙҙырғас, эремсек (йәки сыр) һибәбеҙ, тәмләткестәр, үҙегеҙ теләгән ризыҡты өҫтәргә мөмкин, ҡапҡасын ябып, сыр ирегәнгә тиклем көтәбеҙ. Шунан әҙер тәмлекәс менән һыйланабыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын 🤗

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 180
    ER
    0,3%
    Реакции
    3