Пост канала
- видео
Помидорҙан ҡабымлыҡ 300 г помидор, 20 г йәшел тәмләткес үләндәр, 1 баш ҡыҙыл һуған, тоҙ, борос, прованс тәмләткестәре — һәр береһе 1/2 балғалаҡ 1,5 балғалаҡ алма һеркәһе — 1,5 баалғалаҡ * Үҫемлек майы — 2 аш ҡалағы * Һарымһаҡ — 3 бүлкәт. Шәп тәмле маринадланған помидор ни бары 5 минутта әҙерләнә. Теләгән помидорҙарҙы алығыҙ һәм уларҙы ваҡ ҡына итеп турағыҙ, сеүәтәгә һалабыҙ, хәҙер үләндәргә тотонабыҙ. Уны ваҡ итеп турарға кәрәк. Йәшелсәне үҙегеҙгә оҡшағанын алығыҙ. Тоҙ, тәмләткестәр, һарымһаҡ, әҙерәк алма һеркәһе һәм үҫемлек майы ҡушып бутайбыҙ, помидорҙарға ҡоябыҙ, үләндәр өҫтәйбеҙ. Тағы ла бик тәмле булһын өсөн бына шундай ҡыҙыл һуған ҡушырға мөмкин, уны ваҡ итеп турарға кәрәк. Ҡапҡасын ябып, һелкетәбеҙ һәм бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Мотлаҡ әҙерләп ҡарағыҙ, һеҙгә оҡшаясаҡ. Тәмле булһын.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 127
- ER
- 0,4%
- Реакции
- 5