Пост канала
- видео
Фрикаделькалар менән йәшелсәле рагу 250 г фарш, 90 г һуған, 80 г кишер, 300 г ташҡабаҡ, 350 г картуф, 100 г татлы бо6, 3 ҡалаҡ томат пастаһы 10 мл үҫемлек майы, 600 мл һыу, тоҙ, борос, үҙегеҙ теләгән тәмләткестәр Фаршты тоҙлайбыҙ, борослайбыҙ һәм фрикаделькалар яһайбыҙ. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Кишерҙе, ташҡабаҡты, татлы боросто һәм картуфты эре итеп турайбыҙ. Һуған менән кишерҙе йомшаҡ булғансы яҡынса 3-5 минут ҡыҙҙырабыҙ ҙа, картуф, болгар боросо һәм фрикаделькаларҙы өҫтәйбеҙ, аҙ ғына тоҙ һибәбеҙ, һыу ҡушып, барыһын бергә 10 минут самаһы быҡтырабыҙ. Артабан ташҡабаҡ, томат пастаһы, тоҙ һәм яратҡан тәмләткестәрҙе өҫтәйбеҙ һәм әҙер булғансы 10-15 минут ҡапҡас аҫтында быҡтырабыҙ. Йәшелсәләр менән табынға бирәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 143
- ER
- 0,4%
- Реакции
- 5