Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Ҡабаҡтан ҡоймаҡтар 300 г ҡабаҡ (тыква), 2 йомортҡа, 40 г аҡ май, 200 мл һөт, 280 - 300 г он, 100 г шәкәр, 2 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), дәрсен (корица), мускат сәтләүеге Әҙерләү: 1. Ҡабаҡты бәләкәй киҫәктәргә бүлеп, 180 градус эҫелектә 30-35 минут бешерергә. Пюре эшләргә. Тәмләткестәр өҫтәргә. 2. Йомортҡа менән шәкәрҙе миксер менән туғырға. 3. Ҡабаҡ пюреһы, иретелгән май өҫтәргә, шунан миксер менән туғырға. Һөт ҡойорға һәм йәнә миксер менән туғырға. 4. Он менән ҡамыр йомшартҡысты ҡушып бутарға. Ондо төп массаға ҡушып, ҡоймаҡ ҡамырынан ҡуйыраҡ, ә әсе ҡамырҙан шыйығыраҡ итеп ҡамыр баҫырға. Ҡамырға 15 минут ял бирергә. 5. Ҡоймаҡтарҙы талғын утта ике яҡтан бер нисә минут бешерәбеҙ. Уларҙы аҡ май, клён сиробы, бал йәки шоколад менән табынға бирәбеҙ. Тәмле булһын

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 258
    ER
    0,3%
    Реакции
    4