Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Помидор һәм сыр менән тауыҡ ите Тауыҡтың түш ите – 2 өлөш Помидор – 2 Һуған – 1 Ҡаты сыр – 200 гр Ҡаймаҡ – 4 ҡалаҡ + гәрсис (горчица) 1 балғалаҡ Тәмләткестәр, борос Тауыҡ өсөн тәмләткестәр 1. Тауыҡ түшен ике өлөшкә бүләбеҙ, саҡ ҡына кулинар сүкеш менән һуҡкылайбыҙ, тоҙлайбыҙ, борос һәм тәмләткестәр һибәбеҙ. 2. Йоҡа ғына итеп гәрсисле ҡаймаҡ яғабыҙ, өҫтөнә аҙ ғына ҡыҙҙырылған һуған һалабыҙ, унан помидор, тағы ла аҙ ғына гәрсисле ҡаймаҡ яғабыҙ һәм сыр һибәбеҙ. 3. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30 минут бешерәбеҙ. Был ризыҡ йәшелсә салаты йәки гарнир менән тәмле була. Аштарығыҙ тәмле булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 170
    ER
    0,9%
    Реакции
    11