Пост канала
- видео
Тауыҡ ите һәм кәбеҫтә бәлеше Ҡамыр өсөн: 3 йомортҡа, 600 мл 2,5 процентлы ҡатыҡ (кефир), 250 г он, 5 г ҡамыр ҡабартҡыс, самалап тоҙ. Эслек өсөн: 650 г кәбеҫтә, 1 һуған, 1 кишер, 350 г тауыҡ ите, самалап тоҙ, тәмләткестәр, 20 г май. Эслек: Майҙа тауыҡ итен әҙер булғансы ҡыҙҙырабыҙ, һуған, ҡырылған кишер өҫтәп ҡыҙҙырабыҙ. Артабан кәбеҫтә өҫтәп бутайбыҙ һәм ҡапҡас аҫтында уртаса утта быҡтырабыҙ. Тоҙ һәм яратҡан тәмләткестәр өҫтәп, эслеккә һыуынырға бирәбеҙ. Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, ҡатыҡты ҡушып болғатабыҙ. Артабан он, ҡамыр ҡабартҡыс, тоҙ өҫтәп яҡшылап бутайбыҙ, ҡаймаҡ ҡуйылығында шыйыҡ ҡамыр килеп сыға. Ҡамырҙың яртыһын формаға ҡоябыҙ. Өҫтөнә эслекте һалабыҙ һәм яҡшылап тигеҙләп таратабыҙ. Ҡырылған сыр һибәбеҙ һәм өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. Яҡшылап бөтәһен дә тигеҙләп, 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 1 сәғәт бешерәбеҙ. Тәмле булһын 🥰
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 164
- ER
- 0,9%
- Реакции
- 11