Пост канала
- видео
Ташҡабаҡтан ҡабымлыҡ 3 ташҡабаҡ, 1ҡап фетакса, эслеккә 80 г һәм өҫтөнә һибергә 20 г сыр, 1 балғалаҡ тәмләткес үләндәр, 4 бүлкәт һарымһаҡ, 400 г томат пастаһы йә иҙелгән помидор, тәменсә тоҙ, ҡыҙҙырыу өсөн май. Ташҡабаҡты йоҡа телемдәргә ҡырҡырға. Майҙа ҡыҙҙырып алырға. Эслек әҙерләргә. Ҡырғыстан сыр, һарымһаҡ үткәреп фетакса менән тәмләткестәр ҡушып бутарға. Ташҡабаҡтарҙы эслек һалып рулет итеп төрөргә. Флрмаға томат пастаһын һалырға ла, эсенә рулеттарҙы урынлаштырып, мейестә 20 минут бешерергә. Тәмле булһын
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 070
- ER
- 0,1%
- Реакции
- 1