Пост канала
- видео
Тултырылған борос 5 татлы борос, 5 помидор, 2 баш һуған, бер нисә бүлкәт һарымһаҡ, 500 г фарш, 70 г дөгө, ½ балғалаҡ зира, кориандр йәки башҡа тәмләткестәр, тәмләткес үләндәр. Был тултырылған боросто ниңәлер "төрөк стилендә" тип атайҙар. Боросто кеҫә рәүешендә киҫеп уртаһын алабыҙ. Һуғанды, петрушка менән кинзаны ваҡ итеп турайбыҙ. Эслек әҙерләйбеҙ. Айырым һауытта фаршты, зираны, тминды, йәшел тәмләткестәрҙе, тоҙҙо, һуғанды һәм яртылаш бешкән дөгөнө бергә бутайбыҙ. Боростарҙы тултырабыҙ. Соус өсөн һуғанды ҡыҙҙырабыҙ, тышы әрселгән помидорҙы өҫтәйбеҙ, унан һарымһаҡ һәм тоҙ һалабыҙ. Бутап, өҫтөнә боростарҙы теҙеп сығабыҙ. Аҙ ғына һыу өҫтәп, ҡапҡасын ябып, талғын утта әҙер булғансы, яҡынса 40 минут - 1 сәғәт быҡтырабыҙ. Әҙер боростарҙың өҫтөнә йәшел үләндәр һибеп, табынға бирәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын 🌿
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 060
- ER
- 0,8%
- Реакции
- 8