Пост канала
- видео
Брокколи һәм тауыҡ ите менән киш Ингредиенттар: — Он — 300 г — Аҡ май — 150 г — Йомортҡа — 1 — Шәкәр — 1 балғалаҡ — Тоҙ — ⅓ балғалаҡ — Һыуыҡ һыу — 2 ҡалаҡ — 1 бәләкәй брокколи — Бешкән тауыҡ түше — 1 — Помидор — 200 г — Сыр — 120 г — Йомортҡа — 3 — 15–20% ҡуйылығындағы ҡаймаҡ — 400 мл — Борос, тоҙ — тәменсә Башта ҡамыр эшләйбеҙ. Ондо ҡырғыстан үткәрелгән туң аҡ май менән бутайбыҙ, тоҙ, шәкәр, йомортҡа һәм бер аҙ һыу өҫтәйбеҙ. Барыһын да бергә болғатып, тигеҙ ҡамыр баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ҡамыр һыуынғансы, брокколиҙы әҙерләйбеҙ: ҡайнап торған тоҙло һыуға 40 секундҡа төшөрәбеҙ. Хәҙер ҡамырҙы йәйәбеҙ, ситтәрен кәрзин кеүек күтәрәбеҙ, уны формаға күсереп, сәнске менән тишкеләп сығабыҙ. Ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ, шунан һуң мейескә 15 минутҡа оҙатабыҙ. Ҡамыр "кәрзинен" брокколи, бешкән тауыҡ, черри помидорҙары менән тултырабыҙ һәм заливка яһайбыҙ. Уның өсөн йомортҡа, тоҙ, борос һәм 20 процентлы ҡаймаҡ кәрәк. Ҡойҡаны бутап, табаға ҡоябыҙ һәм өҫтөнә мул итеп сыр һибәбеҙ. Матур алтынһыу ҡабырсаҡ барлыҡҡа килгәнсе, уны яҡынса 20 минутҡа мейескә оҙатабыҙ. Аҙ ғына һыуынғас, өлөштәргә бүлеп, табынға бирергә мөмкин. Бындай киш бик тәмле килеп сыға, әҙерләүе лә ауыр түгел. Аштарығыҙ тәмле булһын 🤗
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 105
- ER
- 0,8%
- Реакции
- 9