Пост канала
- видео
Баклажан һәм ташҡабаҡтан кетерҙәп торған ҡабымлыҡ 1 баклажан, 1 йәш ташҡабаҡ, 1 л һалҡын һыу, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ 9 процентлы уксус Панировка өсөн: 3 ҡалаҡ манный ярмаһы, 3 ҡалаҡ кукуруз оно, 3 ҡалаҡ бойҙай оно, 2 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ киптерелгән һарымһаҡ, 1 балғалаҡ паприка, ½ балғалаҡ әсе борос, 1 балғалаҡ орегано. Соус: 2 ҡалаҡ грек йогурты, ½ ҡалаҡ соя соусы, ½ балғалаҡ лимон һуты. Бөгөн мин һеҙгә ташҡабаҡ менән баклажанды бик тәмле итеп әҙерләү серен асам. Уларҙың нисек кетерҙәк кенә булып ҡалыуын да әйтермен. Ташҡабаҡты һәм баклажанды 0,5 см ҡалынлығында түңәрәкләп киҫәбеҙ. Артабан уңайлы тәрилкәгә һыуытҡыстан алып һалҡын һыу ҡоябыҙ. Тоҙ өҫтәйбеҙ, аш һеркәһе ҡушабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ, йәшелсәләрҙе батырабыҙ һәм шулай 10 минут тотабыҙ. Был ваҡытта манный ярмаһын, тәмләткестәрҙе, кукуруз һәм бойҙай онон бергә бутайбыҙ. Йәшелсәләрҙе алабыҙ, панировка ҡатнашмаһында әүәләйбеҙ. Бына инде сер: уларҙы һыуға манып алабыҙ, тамсылары ағып төшкәс, ҡыҙҙырылған майҙа ҡыҙҙырабыҙ һәм тулыһынса бешеп сыҡһын өсөн 4 минут самаһы тотабыҙ. Панировканы ошондай тәртиптә эшләгәндә, йәшелсәләр кетерҙәк кенә була, оҙаҡ ваҡыт формаһын тота һәм майҙы бөтөнләй тиерлек үҙенә һеңдермәй. Соус өсөн грек йогуртына лимон һуты, соя соусын ҡушабыҙ. Баллы чили соусы менән дә бик шәп тап килә. Дуҫтар, тәме иҫ киткес! Әйткәндәй, бындай йәшелсәләрҙе салатҡа ла ҡулланырға мөмкин. Мотлаҡ әҙерләп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Открыть в MAX- Просмотры
- 978
- ER
- 0,9%
- Реакции
- 9