Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Тары бутҡаһы 100 г тары ярмаһы, 300 мл һыу, 350 - 400 мл һөт, 15г аҡ май, 1,5 - 2 ҡалаҡ шәкәр, самалап тоҙ. Ярманы йыуып, 20 минут ҡайнар һыуҙа тотабыҙ. Ултырған һыуын түгеп, һалҡын һыуҙа бешерергә ҡуябыҙ. Уртаса утта болғата-болғата ҡайнатабыҙ, күбеген алып торабыҙ. Һыуы ҡайнап бөткәнсе бешерәбеҙ. Һөт, шәкәр, тоҙ һалабыҙ. Һөттө ҡайнатып һалһағыҙ, тиҙерәк була, мин микротулҡынлы мейестә эҫетеп һалам. Бутҡа ҡайнап сыҡҡас, талғын утта 5 - 6 минут тотабыҙ. Аштарығыҙ тәмле һәм файҙалы булһын

    Открыть в MAX
    Просмотры
    962
    ER
    0,3%
    Реакции
    3