Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Балыҡ һурпаһы Кета балығы, 3 һуған, 1 кишер, 50 г аҡ май, 500 мл 10–20% һөт өҫтө (сливки), укроп, 5–7 бөртөк хуш еҫле (душистый) борос, лавр япрағы. Әҙерләү: Балыҡтың башын, ҡойроғон һалып ҡайнатабыҙ, ҡайнатҡандан һуң барлыҡҡа килгән күбеген алабыҙ, 20 минут самаһы бешерәбеҙ, һурпаһын һөҙәбеҙ. Шул уҡ кәстрүлдә үҫемлек майы менән аҡ майҙа һуғанды һәм кишерҙе йомшарғансы ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтөнә һөҙөлгән һурпаны ҡоябыҙ, хуш еҫле борос, тоҙ, лавр япрағын һәм картуф өҫтәп, әҙер булғансы бешерәбеҙ. Ҡаймаҡ (сливки) һалабыҙ, алдан турап әҙерләп ҡуйылған балыҡ филеһын өҫтәгәс, 5 минут ҡайнатабыҙ. Аш өҫтөнә укроп турап табынға бирәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын 🤗

    Открыть в MAX
    Просмотры
    959
    ER
    0,8%
    Реакции
    8