Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Онһоҙ пицца Ҡабаҡ, пармезан, 1 йомортҡа, тоҙ, еңел ("легкий") сыр, зәйтүн емештәре, помидор, петрушка. Ҡабаҡты ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырылған пармезан һибәбеҙ, йомортҡа һытабыҙ ҙа, самалап тоҙ ҡушып бутайбыҙ. Ҡамыр әҙер. Пицца ҡамырын силиконлы кулинар ҡағыҙға тигеҙләп түңәрәк формаһында йәйәбеҙ, 10 минутҡа 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуйып алабыҙ. Мейестән сығарып, пиццаның өҫтөн теҙәбеҙ. Видеояҙмалағы вариант - сыр, зәйтүн емештәре, помидор. Тағы ла 10 минутҡа мейескә оҙатабыҙ. Өҫтөнә йәшел тәмләткес үләндәр һибеп табынға бирәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 166
    ER
    0,4%
    Реакции
    5