Пост канала
- видео
Люля-кебаб - (башҡортса ла «люля-кебаб» тибеҙ) — ул ваҡ итеп туралған йәки тарттырылған иттән, башлыса һарыҡ итенән әҙерләнгән ашамлыҡ. Уның атамаһы төрки «lula» («торба», «таяҡ») һәм фарсы «kabāb» («ҡыҙҙырылған ит») тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан. Башҡорт аш-һыуында ла был ризыҡ киң билдәле. Уны әҙерләү үҙенсәлектәре түбәндәгеләр: Ит: Традицион рецепт буйынса таҙартылған һарыҡ ите файҙаланыла. Хәҙерге ваҡытта уны эре мал итенән дә, ҡош итенән дә әҙерләйҙәр. Турау ысулы: Иң мөһиме — итте ит турағыстан үткәрмәҫкә, ә бысаҡ менән бик ваҡ итеп турарға кәрәк. Был уға үҙенсәлекле текстура бирә. Ингредиенттар: Фаршҡа күп итеп һуған ҡушыла. Башҡорттар йыш ҡына йәшелсәләр (кинза, петрушка) һәм тәмләткестәр (борос, тоҙ, зира) өҫтәй. Фарш таралып тормаһын өсөн йомортҡа, икмәк валсығы ҡушылмай. Әҙерләү технологияһы: Фаршты оҙаҡ итеп (йыш ҡына 10–15 минут дауамында) баҫып болғатырға кәрәк. Был процесс иттән аҡһым бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, һәм масса елем кеүек йәбешкәк булып китә. Нәҡ ошо сәбәпле люля-кебаб шампурҙа ныҡ тора һәм бешергәндә таралып төшмәй. Йәбешкәк фарштан оҙонса, колбаса формаһындағы кәтлиттәр яһайҙар ҙа уларҙы киң шампурҙарға кейҙерәләр. Бешереү: Кәтлиттәрҙе ҡыҙыу ҡуҙ өҫтөндә йәки мангалда тигеҙ итеп ҡыҙҙыралар, даими рәүештә әйләндереп торалар. Ғәҙәттә люля-кебабты табынға яңы өлгөргән йәшелсәләр, һуған ҡулсалары, йәшел үләндәр һәм бойҙай йәки арпа ононан бешерелгән йәймә (көлсә, лаваш) менән бирәләр. Ә беҙ иһә Духовкала әҙерләнгән люля-кебаб рецептын тәҡдим итәбеҙ. 600–700 г фарш, 2 татлы борос, кинза үләне, 2 бүлкәт һарымһаҡ, тоҙ, борос, тәмләткестәр, 100 мл һыу. Әҙерләү: 1. Боросто, һарымһаҡты һәм йәшелсәне ваҡ итеп турайбыҙ йәки блендерҙа онтайбыҙ. Фарш менән бутайбыҙ, тәмләткестәр һәм һыу өҫтәйбеҙ. 2. Фаршты яҡшылап баҫабыҙ һәм бер аҙ һуғып алабыҙ (услап алып, һауытына кире бер нисә тапҡыр ташлау хәрәкәттәрен бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ). Оҙонса кәтлиттәр эшләйбеҙ — шпажкаларҙа ла, шулай уҡ ҡул менән дә, уңайлы булғанса формалаштырып була. 3. Әҙерләнгән итте табаға теҙәбеҙ һәм 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30 – 35 минут бешерәбеҙ. Үҙегеҙҙең духовкағыҙға ҡарап ваҡытын билдәләгеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 125
- ER
- 0,5%
- Реакции
- 6