Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    🍮 Еләкле десерт Ингредиенттар: * Миҙгел еләк-емеше — 200–250 г * Рикотта сыры — 200 г * Эремсек — 110 г * Ҡатыҡ (ряженка) — 60 г * Йомортҡа — 2 дана * Бал — 60 г * Ваниль Әҙерләү: 1. Эремсек-сыр массаһы өсөн бөтә ингредиенттарҙы, еләк-емештән башҡаһын, бергә ҡушып бутайбыҙ. 2. Формала еләк-емеште йәйеп, өҫтөнә массаны ҡоябыҙ. 3. Яҡшылап йылытылған мейестә 170 градус температурала 20 – 30 минут бешерәбеҙ. 4. Ашар алдынан 15 минутҡа туңдырғысҡа (морозилкаға) ҡуйып һыуытырға кәрәк. Шул саҡта ул еңел һәм матур ҡырҡыласаҡ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 055
    ER
    0,3%
    Реакции
    3