Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Сейә бәлеше Аҡ май һәм ҡаймаҡтан эшләнгән сөсө ҡамыр һутлы сейә эслеге менән килешә. • Аҡ май — 200 г • Он — 380 г • Ҡамыр ҡабартҡыс — 10 г • Тоҙ — 3 г • Шәкәр — 10 г • 25%-тан кәм булмаған ҡаймаҡ — 200 г • Сейә — 500 г 1. Ондо ҡамыр ҡабартҡыс менән бергә иләгеҙ, шәкәр һәм тоҙ өҫтәгеҙ. 2. Аҡ майҙы алдан туңдырғыста һыуытығыҙ, шунан ҙур ҡырғыстан тиҙ генә ҡырып, ҡоро ингредиенттар менән бутағыҙ. 3. Һалҡын ҡаймаҡты өҫтәп, ҡамыр баҫығыҙ. 4. Ҡамырҙы плёнкаға урап, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. 5. Сейәнең артыҡ һутын алығыҙ. 6. Һыуытылған ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлегеҙ. Һәр өлөштән 2-шәр көпшә сығырға тейеш. Һәр өлөштө яҡынса 30 × 15 см ҙурлыҡтағы шаҡмаҡ рәүешендә йәйегеҙ. 7. Сейәне теҙеп һалып, ҡамырҙы көпшә итеп (трубочкой) төрөгөҙ. Уларҙы табала спираль рәүешендә урынлаштырығыҙ. Бәлеште 180 градуста 25 - 30 минут бешерегеҙ. Сәйегеҙ тәмле булһын ☕🫖

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 155
    ER
    1,1%
    Реакции
    13