Пост канала
- видео
Тауыҡ итенән кәтлит • Тауыҡ филеһы — 400 г • Йомортҡа — 1 дана • Он — 2 аш ҡалағы • Картуф — 1 дана • Сыр — 200 г • Ҡаймаҡ — 4 ҡалаҡ • Һарымһаҡ — 3 бүлкәт • Помидор — кәрәк булғанса • Тоҙ — тәменсә • Борос ҡатнашмаһы — тәменсә • Паприка — тәменсә • Үҫемлек майы — ҡыҙҙырыр өсөн Тауыҡ итен ваҡ шаҡмаҡтарға турағыҙ. Картуфты эре ҡырғыстан үткәреп, иткә өҫтәгеҙ. Сырҙы ҡырғыстан үткәрегеҙ. Бер өлөшөн тауыҡ итенә ҡушығыҙ, ҡалғанын өҫтөнә һибергә ҡалдырығыҙ. Туралған иткә йомортҡа, тоҙ, борос ҡатнашмаһы, паприка һәм он өҫтәгеҙ. Яҡшылап бутағыҙ. Ҡалаҡ менән массаны үҫемлек майы ҡыҙҙырылған табаға һалып, алтынһыу төҫкә ингәнсе ике яҡтан ҡыҙҙырығыҙ. Кәтлиттәрҙе мейескә ҡуйыласаҡ табаға күсерегеҙ һәм өҫтөнә берәр түңәрәк помидор һалығыҙ. Ҡаймаҡ һәм ваҡланған һарымһаҡты бутағыҙ. Соусты помидорҙар өҫтөнә һалығыҙ. Ҡалған сырҙы помидор өҫтөнә һибегеҙ һәм 200 градуста яҡынса 15 минут бешерегеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 041
- ER
- 0,8%
- Реакции
- 8