Пост канала
- видео
Төшкө ашҡа аҡһымдарға бай салат Тунец, йомортҡа һәм йогурт соусы йәшелсәләргә бик килешә. • Айсберг салаты — 1 шәлкем • Йомортҡа — 1 • Ҡыяр — ½ • Консерваланған кукуруз — 30 г • Консерваланған тунец йәки башҡа һөйәкһеҙ балыҡ — 60 г Соус өсөн: • Грек йогурты — 40 г • Гәрсис (горчица) — 1 балғалаҡ • Зәйтүн майы — 1 балғалаҡ • Тоҙ — ½ балғалаҡ Әҙерләү: 1. Йомортҡаны ҡаты итеп бешерегеҙ (яҡынса 8–9 минут), һыуыҡ һыуға һалып һыуытығыҙ. Ашар алдынан ғына әрсеп, дүрт киҫәккә бүлегеҙ. 2. Салат япраҡтарын йыуып киптерегеҙ. Уларҙы уртаса ҙурлыҡтағы киҫәктәргә йолҡҡолап йәки турап өҫтәлгә һалығыҙ. 3. Ҡыярҙы йыуып, ярымбалдаҡлап йәки һаламлап турағыҙ. 4. Балыҡтың шыйыҡлығын һарҡытып алығыҙ, уны сәнске менән ваҡ киҫәктәргә бүлегеҙ. 5. Бәләкәй һауытта соус әҙерләгеҙ: грек йогуртына гәрсис, зәйтүн майы һәм тоҙ һалып, бер төрлө массаға тиклем бутағыҙ. 6. Ҙур салат һауытына айсберг, туралған ҡыяр, кукуруз һәм балыҡты һалығыҙ. Өҫтөнә әҙер йогурт соусын ҡойоғоҙ һәм ипләп кенә болғатығыҙ. 8. Салатты йомортҡа киҫәктәре менән биҙәгеҙ һәм шунда уҡ табынға бирергә мөмкин. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 077
- ER
- 0,5%
- Реакции
- 5