Пост канала
- видео
Брокколи салаты Ябай һәм еңел салатты тәүлектең теләгән ваҡытында ашарға була. Кәрәкле ризыҡтар: 300 г брокколи кәбеҫтәһе, 1 ҡыҙыл һуған, 4 йомортҡа, 100 г «Сиртаки» сыры, бер шәлкем укроп, 50 г 15% ҡаймаҡ, тоҙ, борос Брокколиҙы 5-6 минут аҙ ғына тоҙланған һыуҙа ҡайнатып алырға, бүлгеләп ваҡларға. Ҡыҙыл һуғанды ваҡ итеп турарға. Йомортҡаны бешереп, әрсеп һыуытырға ла, шаҡмаҡлап турарға. Сиртакиҙы шаҡмаҡлап турарға, укропты ваҡларға. Ингредиенттарҙы бергә ҡушып ҡаймаҡ һалып, тоҙлап, борослап, яҡшылап бутарға. Аштарығыҙ тәмле булһын 🌿
Открыть в MAX- Просмотры
- 973
- ER
- 0,5%
- Реакции
- 5