Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    🫐 Иткә ҡарағат соусы Еләк-емеш соустары итте бик яҡшы тулыландыра һәм ғәҙәти ризыҡты күпкә тәмлерәк итә. Бында ҡарағат үҙенсәлекле әселек бирә, ә һарымһаҡ, базилик һәм тәмләткестәр уға, м-м-м, татлы хуш еҫ өҫтәй. 📝 Ингредиенттар: 500 г ҡарағат, 100 мл үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ төйөлгән ҡара борос, 1 балғалаҡ хмели-сунели, ½ балғалаҡ кориандр, 5 бүлкәт һарымһаҡ, 2 әсе борос, йәшел базилик үләне. 🔥 Әҙерләү: Ҡарағатты блендер менән иҙеп, ҡайнатырға ултыртырға. Үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр, ҡара борос, хмели-сунели һәм кориандр өҫтәргә. Талғын утта, ара-тирә бутап, 1 сәғәт быҡтырырға. Һарымһаҡты, әсе боросто һәм базилик үләнен блендер менән иҙеп, соусҡа өҫтәргә. Тағы ла 15 минут ҡайнатырға. Әҙер булған соусты тулыһынса һыуытырға һәм ит менән табынға бирергә. Аштарығыҙ тәмле булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 089
    ER
    0,4%
    Реакции
    4