Пост канала
- видео
Ветчина һәм сыр менән маффиндар Татлы булмаған ҡамыр ашын иртәнге ашҡа йәки айырым ҡабымлыҡ булараҡ тәҡдим итегеҙ. Ингредиенттар 6 маффинға: 3 йомортҡа, 200 г он, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 50 мл үҫемлек майы, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, 1 балғалаҡ шәкәр, бер семтем тоҙ, 100–150 г сыр, 150 г ветчина. Әҙерләү: 1. Ҡамыр өсөн бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып туғырға. 2. Ҡамырға ваҡ итеп туралған ветчина менән сыр өҫтәргә, болғатырға һәм формаларға һалырға. 3. Өҫтөн көнбағыш, ҡабаҡ, етен, кунжут орлоғо менән биҙәргә йәки ҡырғыс аша үткәрелгән сыр һибергә мөмкин. 4. 180 °C тиклем йылытылған мейестә 30–35 минут бешерергә. 5. Маффиндар яҡшы күтәрелергә һәм алтынһыу төҫкә инергә тейеш. Уларҙы йылы килеш тә, һалҡын килеш тә ашарға мөмкин.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 060
- ER
- 0,3%
- Реакции
- 3