Пост канала
- видео
Алмалы печенье 7-8 данаға: 200 гр он, 70 г аҡ май, 110 г шәкәр, 1 йомортҡа, 6 г ҡамыр ҡабартҡыс, 10 г ваниль шәкәре, семтем тоҙ кәрәк. Эслек өсөн: 200 г алма, 20 г шәкәр, 1 балғалаҡ кукуруз крахмалы, 1 балғалаҡ дәрсен (корица). Өҫтөнә һибергә: 1 ҡалаҡ шәкәр, ½ балғалаҡ дәрсен. 1. Эслекте әҙерләйбеҙ: алманы әрсейбеҙ, шаҡмаҡлап турайбыҙ, шәкәр, дәрсен һәм крахмал менән бутайбыҙ. Микротулҡынлы мейестә 3-4 минут йылытабыҙ һәм тулыһынса һыуытырға ҡуябыҙ. 2. Аҡ майҙы иретәбеҙ һәм бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ. Ҙур һауытҡа шәкәр, ваниль шәкәре, май, йомортҡа һалабыҙ һәм бер минут самаһы яҡшылап болғатабыҙ. Ҡабартҡыс һәм тоҙ менән буталған ондо өҫтәйбеҙ. Тиҙ арала йомшаҡ, һығылмалы ҡамыр баҫабыҙ. 3. Алмалы эслекте (артыҡ шыйыҡлығын һарҡытып) өҫтәп бутайбыҙ. Печенье формалаштырып еңелерәк булһын өсөн ҡамырҙы һыуытып алырға кәрәк (15-20 минут туңдырғыста). 4. Мейесте 200 C тиклем йылытабыҙ. 5. Ҡамырҙан яҡынса 75 гр ауырлығындағы шарҙар яһайбыҙ, уларҙы пергамент йәйелгән табаға аралыҡ ҡалдырып теҙәбеҙ, шәкәр менән дәрсен һибәбеҙ. 6. Печеньены 200 градуста 20-22 минут бешерәбеҙ. Артыҡ оҙаҡ тотмағыҙ, печеньеның эсе йомшаҡ ҡалырға тейеш. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 🫖☕
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 017
- ER
- 0,6%
- Реакции
- 6