Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Томалап бешерелгән ит Бындай итте плитә янында даими күҙәтеп тороу кәрәкмәй. Йәшелсәләр һәм соус менән оҙаҡ томалау һыйыр итен айырыуса йомшаҡ һәм тәмле итә. 📝 Кәрәк була: 500–600 г һыйыр ите, 2 уртаса ҙурлыҡтағы кишер, 1 баш һуған, 2 татлы борос, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 50 г аҡ май, 150 мл һыу, 1 ҡалаҡ томат пастаһы, 1,5 ҡалаҡ он, үҫемлек майы — табаны майлау өсөн, самалап тоҙ, ҡара борос, яратҡан тәмләткестәр. 1. Бешереү формаһын үҫемлек майы менән майлайбыҙ. 2. Һыйыр итен эре киҫәктәргә турап, формаға һалабыҙ. Туралған һуғанды, кишерҙе, татлы боросто һәм һарымһаҡты өҫтәйбеҙ. 3. Тоҙ, борос һәм яратҡан тәмләткестәр һибәбеҙ. 4. Һыуҙы томат пастаһы һәм он менән ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. Был ҡатнашманы формаға ҡоябыҙ һәм ипләп кенә бутайбыҙ. 5. Өҫтөнә аҡ май һалып, форманы фольга менән ҡаплайбыҙ. 6. 170 °C температурала 2,5 – 3 сәғәт, ит йомшарғансы бешерәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 046
    ER
    0,5%
    Реакции
    5