Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Ташҡабаҡтан (кабачки) файҙалы ҡабымлыҡ Ташҡабаҡтан ветчина, сыр һәм йомортҡа һарыһы менән иртәнге аш йәки ҡабымлыҡтың үҙенсәлекле варианты. Барыһы ла табала әҙерләнә һәм ҡатмарлы ингредиенттар талап итмәй. 300 г ташҡабаҡ, 1 йомортҡа, 3 йомортҡа һарыһы, 50 г ветчина, Самалап сыр, йәшел тәмләткес үләндәр, һарымһаҡ, тәмләткестәр, тоҙ, 2-3 ҡалаҡ он, үҫемлек майы — табаны майлау өсөн. Ҡабаҡты ваҡ ҡырғыстан үткәреп, артыҡ һутын яҡшылап һығырға. Йомортҡа, йәшелсә, сыр, ветчина, һарымһаҡ, тоҙ һәм тәмләткестәр өҫтәргә. Яҡшылап бутарға. Он өҫтәп, тағы ла болғатырға. Табаны майларға, ҡабаҡ ҡамырын һалырға һәм һәр йәймәгә бәләкәй генә соҡор эшләргә. Ҡапҡасын ябып, уртаса утта 5–7 минут бешерергә. Икенсе яғын әйләндереп, һәр соҡорға ипләп кенә һары йомортҡа һалырға һәм сыр һибергә. Ҡапҡасын ябып, тағы ла яҡынса 5 минут бешерергә. Аштарығыҙ тәмле булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 608
    ER
    0,4%
    Реакции
    6