Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    🥗 Көҙгө салат ½ кәбеҫтә, 2 кишер, 2 ҡыяр, ½ балғалаҡ тоҙ, кинза йәки петрушка үләне. Соус өсөн 2-3 бүлкәт һарымһаҡ, 1 балғалаҡ ҡыҙыл борос, 2 ҡалаҡ кунжут орлоҡтары, 4-5 ҡалаҡ эҫетелгән, әммә ҡайнатылмаған үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ соя соусы, 1 ҡалаҡ 9 процентлы уксус, 1 ҡалаҡ устрица соусы, ½ ҡалаҡ шәкәр, самалап тоҙ, кориандр кәрәк. Кәбеҫтәне йоҡа итеп турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Икеһен бергә ½ балғалаҡ тоҙ һалып бутайбыҙ ҙа, 20-30 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Ҡыярҙы ла йоҡа итеп, ә кинзаны ваҡлап турайбыҙ. Үҫемлек майын эҫетеп, ҡыҙыл борос, һарымһаҡ һәм кунжут өҫтөнә ҡоябыҙ. Артабан соусҡа соя, устрица соусын, уксус һалабыҙ, шәкәр, 1-2 семтем тоҙ өҫтәп яҡшылап бутайбыҙ. Кишер менән кәбеҫтәнең артыҡ һыуы сыҡһа түгәбеҙ, уларға ҡыяр, кинза өҫтәйбеҙ. Йәшелсәләр өҫтөнә соусты һалып, яҡшылап бутайбыҙ. Матур тәрилкәләргә һалып табынға ултыртһағыҙ, салат әҙер! Аштарығыҙ тәмле булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 750
    ER
    0,3%
    Реакции
    5