Пост канала
- видео
🍏 Алма бәлеше Алма һәм дәрсен менән әҙерләнгән өй бәлеше — десерттың классик варианты. Бер аҙ әскелтем алма эслеге йомшаҡ ҡамыр менән яҡшы тап килә. Ҡамыр өсөн алабыҙ: 3 йомортҡа, 120 г шәкәр, 150 г йогурт, һөт йәки кефир, 100 г аҡ май, 250 г он, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель). Эслек өсөн: 3 - 4 алма, 30 г шәкәр, самалап дәрсен (корица) 1 ҡалаҡ лимон һуты кәрәк. Йомортҡаны шәкәр менән асыҡ төҫкә ингәнсе туғыйбыҙ. Йогурт, һөт йәки кефир өҫтәп бутайбыҙ. Иретелгән аҡ май ҡоябыҙ. Ондо иләп, ҡабартҡыс өҫтәйбеҙ һәм ҡамырҙы бутайбыҙ. Алмаларҙы әрсеп, телемләп киҫәбеҙ. Лимон һуты һибәбеҙ, шәкәр һәм дәрсен өҫтәйбеҙ. Алмаларҙы формаға теҙеп, өҫтөнә ҡамыр ҡоябыҙ. Формаһын майларға кәрәкмәй. 180 °C температурала алтынһыу төҫкә ингәнсе 40–45 минут бешерәбеҙ. 🍏
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 738
- ER
- 0,3%
- Реакции
- 6