Пост канала
- видео
Көнсығыш ашы 450 г фарш, 1 һуған, 1 татлы борос, 1 помидор, 2 картуф, 70 г дөгө, самалап тоҙ, борос, паприка, ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы, 1,7 л һыу, йәшел тәмләткес үләндәр Фаршҡа һуғанды ҡырғыстан үткәрәбеҙ, тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ ҙә, фрикаделькалар әүәләйбеҙ. Фрикаделькаларҙы үҫемлек майында ҡыҙарғансы тотабыҙ, ваҡ итеп туралған һуған, татлы борос, шаҡмаҡлап туралған картуфты өҫтәйбеҙ. Болғатып, әҙерәк ҡыҙҙырғас, туралған помидор һәм йыуылған дөгө ярмаһын һалабыҙ. Болғатҡас, ҡайнар һыу, тоҙ, борос һалабыҙ, 25 минут ҡайнатабыҙ. Уттан алғас, туралған йәшел үләндәр һибәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын 🌿
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 198
- ER
- 0,6%
- Реакции
- 7