Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Эремсек һәм йөҙөм менән алма урамаһы (штрудель) Алмалар уңған осорҙа уларҙан тәмлекәстәр бешереп ҡалайыҡ. Өйҙә ашыҡмай сәй эсеү өсөн айырыуса яҡшы булған ҡамыр аштары бар. Бында татлы алмалар эремсек, йөҙөм һәм дәрсен менән берләшә, ә ҡатлы ҡамыр ураманы айырыуса тәмле, нәзәкәтле итә. • 4 - 5 алмаға: • 500 г ҡатлы ҡамыр, • 200 г 9% ярмаланып торған эремсек, • 70 г йөҙөм, • 1 йомортҡа, • 2 балғалаҡ дәрсен (корица), • 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ шәкәр онтағы, • биҙәү өсөн бөтнөк үләне кәрәк. Алмаларҙы йыуабыҙ, әрсейбеҙ һәм ваҡ шаҡмаҡтарға турайбыҙ. Айырым һауытҡа эремсек һалабыҙ, уға алма, йөҙөм, дәрсен һәм шәкәр өҫтәп, яҡшылап бутайбыҙ. Ҡамырҙы 5 – 6 мм ҡалынлығында йәйеп, өҫтөнә эслекте тигеҙ итеп һалабыҙ. Эслекле ҡамырҙы рулет итеп төрәбеҙ. Ураманың өҫтөн йомортҡа һарыһы менән буяйбыҙ. 160 °C тиклем алдан йылытылған мейестә яҡынса 30 минут бешерәбеҙ. Әҙер десертты һыуытабыҙ, өҫтөнә шәкәр онтағы һибәбеҙ һәм теләк буйынса бөтнөк менән биҙәйбеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 🫖

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 195
    ER
    0,3%
    Реакции
    4