Пост канала
- видео
Баҡса еләктәре менән бәлеш 3 йомортҡа, 180 г шәкәр, 200 мл һөт, 200 мл үҫемлек майы, 270 г он, 2 ҡалаҡ крахмал, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс, 1 ҡап ванилин, үҙегеҙ теләгән еләк-емеш Крем өсөн: 250 г эремсекле сыр / маскарпоне, 55 г шәкәр, 1 йомортҡа Барлыҡ ингредиенттар бүлмә температураһында булырға тейеш. Ҡамыр ҡабартҡысты, ондо һәм крахмалды бергә бутарға. Йомортҡаны шәкәр һәм ванилин менән бер нисә минут күпереп торған масса булғансы туғырға. Үҫемлек майын һәм һөттө өҫтәргә. Ондо ҡушып болғатырға. Форманы майларға, эсенә әҙер ҡамырҙы һәм еләктәрҙе тигеҙләп йәйергә. Кремды шыма булғансы бутап, уны ҡалаҡ ярҙамында еләктәр өҫтөнә һалырға. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 40 минут бешерергә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! ❤
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 101
- ER
- 0,9%
- Реакции
- 10