Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Сыр һәм помидор менән йомортҡа рулеты 2 йомортҡа, 45 г сыр, 80 г помидор, тәмләткестәр, үҫемлек майы Йомортҡаларҙы тәмләткестәр менән туғырға. Помидорҙы шаҡмаҡлап турарға, сырҙы ҡырғыстан үткәрергә. Табаны утта йылытып майларға. Йомортҡа массаһын табаға әҙ генә һалырға. Өҫтөнә әҙерәк помидорҙы һәм семтем генә итеп сырҙы һибергә. Рулетты бер яҡ ситкә шылдырырға, табаның уртаһына тағы 2 ҡалаҡтай туғылған йомортҡаны һалырға, помидор менән сыр һибергә. Ингредиенттарҙы бөтөргәнсе шулай ҡабатларға. Әҙер рулетты таба ҡапҡасын ябып талғын утта 2 минут тирәһе тоторға. Аштарығыҙ тәмле булһын 🌿

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 088
    ER
    1,0%
    Реакции
    11