Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Сумар ашы 300 г ит, 3 картуф, 1 кишер, 1 һуған, самалап тоҙ, борос, тәмләткестәр, йәшел үләндәр. Ҡамырға: 1 йомортҡа, 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 3 ҡалаҡ он, самалап тоҙ. Итте бешереп, һурпаны һөҙәбеҙ, итте, картуфты турап һурпаға һалабыҙ. Кишер менән һуғанды табала ҡыҙҙырып һалабыҙ, тәмләткестәрҙе онотмайбыҙ. Картуф бешкәнсе кәстрүлде утта тотабыҙ. Сумарға ҡамыр әҙерләйбеҙ: йомортҡаны, ҡаймаҡты, тоҙ һәм он өҫтәп туғыйбыҙ. Ҡамырҙы ҡалаҡлап һурпаға төшөрәбеҙ. Һурпа ҡайнап сыҡҡас, 5 минут ҡайнатабыҙ. Йәшел тәмләткестәр өҫтәгәс, ҡайнатып сығарабыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын 🤗

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 126
    ER
    0,9%
    Реакции
    10