Пост канала
- видео
Ҡарағаттан шарлотка 300 г он, 3 йомортҡа, 200 г шәкәр, 180 г йомшаҡ эремсек йәки ҡаймак, 100 г аҡ май, 1 ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, ½ балғалаҡ тоҙ, 250 г ҡарағат Йомортҡа менән шәкәрҙе, ҡаймаҡты, аҡ майҙы ҡушып туғыйбыҙ. Ондо тоҙ һәм ҡамыр ҡабартҡыс менән ҡушып, ҡамырға өҫтәп болғатабыҙ. Ҡамыр артыҡ ҡуйы ла, шыйыҡ та булмаҫҡа тейеш. Формаға әҙерәк шәкәр һибәбеҙ, ҡарағатты йәйеп һалабыҙ. Ҡарағат өҫтөнә ҡамырҙы һалып, тигеҙләп йәйәбеҙ. 180 градуста 40 минут бешерәбеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 🥰
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 169
- ER
- 1,0%
- Реакции
- 12