Пост канала
- видео
Духовкала бешкән ролл Был өйҙә эшләнгән ролдар һатып алынғандан күпкә арзаныраҡ килеп сыға. Соус өсөн 3 краб таяҡсаһы, 2 бүлкәт һарымһаҡ, ½ ҡалаҡ әсе чили соусы, 2 ҡалаҡ майонез (ҡаймаҡ), 1 ҡалаҡ соя соусы, 50 г сыр, 1 ҡалаҡ креветкалы ыуылдырыҡ (икра) кәрәк. Ролл өсөн - нори ҡатламдары, бешкән дөгө ярмаһы, краб таяҡсалары, эремсекле сыр, авокадо, ролл өҫтөн биҙәргә - унаги соусы, аҡ кунжут орлоҡтары. Краб таяҡсаларын ваҡ итеп турайбыҙ. Һарымһаҡты иҙеп, краб таяҡсаларына һалабыҙ, чили боросо, ҡаймаҡ, соя соусын, ваҡ итеп ҡырылған сырҙы өҫтәп бергә болғатабыҙ. Тәме сағыуыраҡ булһын өсөн ошонда ыуылдырыҡ ҡушырға була. Массаны кондитер ҡапсығына һалабыҙ. Нори өҫтөнөң яртыһына йоҡа ғына итеп бешкән дөгөнө йәйәбеҙ. Дөгө өҫтөнә эремсекле сыр, краб таяҡсаларын, авокадо киҫәктәрен теҙәбеҙ (видеояҙмала ҡарағыҙ). Төргәс, еүеш бысаҡ менән ҡырҡып, ролдарҙы формаға теҙәбеҙ. Кондитер ҡапсығы ярҙамында ролдар өҫтөнә "кәпәс" кейҙереп сыҡҡас, 180 градусҡа ҡыҙҙырылған мейескә 3 минутҡа ҡуйып алабыҙ. Өҫтәлгә бирер алдынан унаги соусы һәм кунжут орлоҡтары менән биҙәйбеҙ. Тәмле булһын 🍱
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 108
- ER
- 1,0%
- Реакции
- 11