Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Ҡыҙҙырылған балыҡ ите Балыҡтың һөйәкһеҙ ите, ҡыҙҙырыу өсөн 2 - 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, тоҙ, ыҫланған паприка, балыҡ өсөн тәмләткестәр, 3 бүлкәт һарымһаҡ, йәшел һуған 200 мл 20 - 33 процентлы йылытылған һөт өҫтө, 1 балғалаҡ он, 1 балғалаҡ гәрсис кәрәк. Балыҡты тоҙ һәм тәмләткестәр менән ышҡыйбыҙ, табала һәр яҡлап 3-әр минут ҡыҙҙырып алғас, ситкә ҡуябыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ, йәшел һуғанды турап, балыҡ ҡыҙҙырған табаға һалып ҡыҙҙырабыҙ. Һарымһаҡ ҡыҙарып сыҡҡас, йылытылған һөт өҫтөнә 1 балғалаҡ он ҡушып бутайбыҙ ҙа, табаға һалабыҙ. Шунда уҡ гәрсис өҫтәп, ҡайнатып сығарғас, балыҡты һалып, ҡапҡасын ябып 10 минут бешерәбеҙ. Табынға дөгө йәки ҡарабойҙай, макарон йә картуфтан гарнир әҙерләп, йәки йәшелсә салаты менән тәҡдим итәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын 🌿

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 105
    ER
    0,6%
    Реакции
    7