Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    🍳 Шакшука тип атала был ризыҡ донъя кухняһында Беҙҙеңсә помидорлы, татлы боросло һутлы ҡуйы соус менән ҡыҙҙырылған йомортҡа инде. Һарыһына табала бер тамсы үҫемлек майында киптереп ҡыҙартып алған икмәкте манып ашаһаң - м-м-м! Шакшука йылдың тап ошо ваҡытында - баҡсаларҙа йәйге ҡояш аҫтында бешкән помидор, татлы борос өлгөргәндә, баҙарҙарға ысын баҡса йәшелсәләре сыҡҡанда тәмле була. Бер таба шакшука өсөн 3 - 4 йомортҡа, 400 г помидор, 1 баш һуған, 2 - 3 бүлкәт һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, самалап тоҙ, үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәр (зира, паприка, кориандр, төйөлгән ҡара борос) алына. Аштарығыҙ тәмле булһын 🤗

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 098
    ER
    0,8%
    Реакции
    9