Пост канала
- видео
Йәшелсәләрҙән төшкө аш Ҡабаҡ, картуф, 450 г тауыҡ ите фаршы, 2 ҡалаҡ майонез (уның урынына мин 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ йә шәкәрһеҙ йогурт + 1 балғалаҡ ярмалы гәрсисте бутап һалам), болгар боросо, һуған, һарымһаҡ, тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр, үҫемлек майы кәрәк була. Йәшелсәләрҙе эре итеп шаҡмаҡлап турап (теләгән йәшелсәне ҡушырға була, видеояҙмала - картуф, борос, ҡабаҡ, һуған), һауытҡа һалабыҙ. Тәмләткестәр, май, майонез йәки ҡаймаҡ өҫтәп бутайбыҙ. Формаға һалып, 220 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә 30 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Фаршҡа иҙелгән һарымһаҡ, ваҡлап туралған йәки блендерҙан үткәрелгән һуғанды, тәмләткестәрҙе һалып бутайбыҙ ҙа кәтлиттәр әүәләйбеҙ. Кәтлиттәрҙе йәшелсәләр өҫтөнә теҙеп, мейестә 220 градуста 20-25 минут бешерәбеҙ. Йәшел үләндәр һибеп, табынға бирәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын 🌿
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 069
- ER
- 0,3%
- Реакции
- 3