Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Табала бешерелгән тауыҡ ите 700 г тауыҡ ите, 400 г ҡабаҡ, 300 г баклажан, 300 г татлы борос, 300 г помидор, 50 г һарымһаҡ, 50 г йәшел тәмләткес үләндәр, самалап тоҙ, ҡара борос, хмели-сунели кәрәк. Тауыҡ итен эре шаҡмаҡтарға турарға, табаға тоҙ, шунан ит һалып бутарға ла алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға. Итте алғас, шул уҡ табала йәшелсәләрҙе ҡыҙҙырырға. Уның өсөн баклажандан, ҡабаҡты, татлы боросто эре шаҡмаҡлап турарға. Тәмләткестәр өҫтәп, яртылаш бешкәнсе ҡыҙҙырабыҙ, йәшелсә ҡатыраҡ ҡалырға тейеш. Шул саҡта тауыҡ итен кире һалырға, эре итеп туралған помидор өҫтәргә. 3-5 минут бешерергә. Йәшел тәмләткестәр өҫтәгәс, ҡапҡас ябып тағы 2 минут бешерергә. Тәмле булһын

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 145
    ER
    0,7%
    Реакции
    8