Пост канала
- видео
Ҡара ҡарағат менән асыҡ бәлеш Ҡамырға 250 г он, 100 г аҡ май, 60 г шәкәр, 1 балғалаҡ разрыхлитель, 2 йомортҡа кәрәк. Заливка өсөн 2 йомортҡа, 350 г 20-30 процент майлылыҡтағы ҡаймаҡ, 100 г шәкәр, 20 г крахмал алына. Ҡара ҡарағат йәки ҡурай еләге 250 г кәрәк. Туң майҙы эре ҡырғыстан үткәреп, он ҡушабыҙ һәм ҡул менән ыуабыҙ. Разрыхлитель, йомортҡа, шәкәр ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Ҡамырҙы ҡул менән баҫып бөтәбеҙ ҙә формаға йәйеп, ситтәрен тигеҙләп күтәреп, сәнске менән төбөн тишкеләп, 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шул арала асыҡ бәлештең эслеген, йәғни заливка, эшләйбеҙ. Йомортҡаға ҡаймаҡ, шакәр, крахмал һалып туғыйбыҙ. 30 минут үткәс, һыуытҡыстан ҡамырҙы сығарып, эсенә 250 г ҡарағатты тигеҙләп йәйәбеҙ, өҫтөнә ҡаймаҡлы заливканы ҡоябыҙ. Бәлеш 180 градус ҡыҙыулыҡта 50 минут бешә. Сәйегеҙ тәмле булһын
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 147
- ER
- 1,7%
- Реакции
- 20