Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Төрөксә Яҫы борсаҡ (чечевица) ашы 1 кишер, 1 болгар боросо, 1 һуған, 3-4 бүлкәт һарымһаҡ, 100 г томат пастаһы, 1 стакан ҡыҙыл яҫы борсаҡ, тоҙ, борос, паприка тәмләткесе кәрәк булыр. Тефтелдәр өсөн 200 г үҙегеҙ теләгән фарш, 1 ус йәшел тәмләткес үләндәр, тоҙ, борос, тәмләткестәр, табынға бирергә 1 лимон алына. Татлы боросто, кишерҙе, һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ, һарымһаҡты иҙәбеҙ ҙә, бөтәһен бергә майҙа 3 минут ҡыҙҙырабыҙ. 100 г томат пастаһын, 1 балғалаҡ паприка, ҙур ғына семтем тоҙ, 1 стакан яҫы борсаҡты өҫтәйбеҙ. 2 л һыу ҡоябыҙ. Аш ҡайнап сыҡҡас, 30 минут ҡайнатабыҙ. Фаршҡа йәшел тәмләткес үләндәр, төйөлгән ҡара борос, самалап тоҙ һалабыҙ ҙа яҡшылап болғатабыҙ. Ҡулды еүешләп, видеояҙмала күрһәтелгәнсә тефтелдәр эшләйбеҙ, ашҡа һалып, 10-15 минут ҡайнатабыҙ. Аш әҙер, лимон менән өҫтәлгә ултыртабыҙ. Тәмле булһын 🤗

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 102
    ER
    0,6%
    Реакции
    7