Пост канала
- видео
Башҡорт телендәге «Әлләсе», «Зирәк» һәм «Вордли» уйындары мобиль ҡушымтаға әйләнде Башҡорт уйындары яңы кимәлгә сыға. Республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған «Әлләсе», «Зирәк» һәм «Вордли» тип исемләнгән уйындарҙы хәҙер кеҫә телефондарында ла күрергә мөмкин. Бөгөн Өфөлә мобиль ҡушымталарҙың исем туйы үтте. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары ҡатнашлығында ойошторолған сарала проект авторҙары уйындарҙың ҡағиҙәләре тураһында фекер алышты. Шулай уҡ урында командаларға бүленеп уйнау мөмкинлеге лә бирелде.
Открыть в MAX- Просмотры
- 206
- ER
- 1,9%
- Реакции
- 4